Һаташып уянып киттем;Тамаҡ ҡурылып ҡатыуҙан аңҡауға йәбешкән телде әйләндергеһеҙ.Ҡайҙа ятҡанлығым да ҡараңғы.Еткерә тартылмаған тәҙрә ҡорғандары аша,урамда күптән яҡтырған икәнлеге генә күренә. Простыняһыҙ, ярым емерек диванда, керегеп ,ҡаҡашып бөткән синтетик ҡытай юрғаны аяҡ осонда төрөлгән.Ҡаҡ иҙәндә, шыр яланғас (лифчиктарын кейемгә һанамағанда) өшөүҙән яралғы рәүешендә бөгәрләнеп, уң осаһында төймәләй миңе булған берәү йоҡлай.Таня.Тимәк мин Таняла.
Үҙемдең дә унда-бында ташланған кейемдәрҙе сүпләп алып,киҫкен хәрәкәттәр яһамай ғына кейенеп кухняға сыҡтым. Уҡшыта башлай, аңғармаҫтан ҡыбырлаһаң ҡапылдан. Кранды асам да,бер сама хлор ҡушылған һыуыҡ һыуҙы ағыҙа биргәс, ирендәрҙе терәйем, әлеге мәлдә шул тиклем танһыҡ тере һыуға. Беләм, күп тә үтмәй кире ҡоҫторасаҡ. Уныһы аҙаҡ, әле минең үлтереп тартҡым килә. Кеҫәләрҙе ҡапшайым.Тимер тәңкәләр менән йөҙ егерме һумдан башҡа бер ни ҙә юҡ. Магазин араҡыһы, һыра һәм өҫтәүенә техник спирт менән томаланған аңдың ерҙе генә лә бер ниҙе лә ҡабул иткеһе килмәй.
Тышҡа! Урамға сығырға хәҙер үк. Һауа кәрәк миңә, һауа.
Күңелдә шул тиклем ерәнес тойғо. Әгәр Ер тишеге булып мин һыйырҙай дәүмәлгә етәрлек була ҡалһа ин дә ҡас шунда.Ошо ҡаланан, Танянан, эскеһенән.Үҙеңдән.
Сығам.Тышта дүрт яҡтан да биш ҡатлы йорттар менән уратып алған ихатала ҡар.Күптән инде туңыҙып, ер ярылыр сиккә етеп бөтәһе лә өҙлөгөп көткән ҡар. Кисә генә саң-туҙаны борхоп ятҡан ҡала газондары, урамдар бөгөн ап-аҡ. Донъя аҡтан бөгөн. Мин генә ҡаранан. Кешеләр ҙә ана бөгөн нисектер ҡабаланмай, яй ғына уҙалар һымаҡ ҡала урамдары буйлап. Күреп ҡалайыҡ, тояйыҡ, иҫтәребеҙҙә ҡалдырайыҡ ошо һил ноябрь иртәһен тигән кеүегерәк.
Башҡа мәлдәрҙә үткенселәр бөтәһе лә миңә,миңә генә тексәйеп ҡарап: "Ах,һин,битһеҙ берәҙәк" -- тигән һымаҡ күренгән тойғо ла юҡ нәҡ бөгөнгө иртәлә. Автовокзалға төшәм. Кисәге йәшел, әле аҡ ҡыйыҡлы вокзал бинаһының бер мөйөшөндә мосафирҙар өсөн кафе бар.Ауылға ҡайтыусы автобусҡа билет алғандан һуң ҡалған тинлектәр ике шешә һыраға етә. Кафе эсендә биш-алты йәшлек улы менән йәш әсәнән башҡа береһе юҡ. Әле генә һыуытҡыстан сыҡҡан шешәләрҙе асмайынса янып барған устарыма ҡыҫҡанмын да әсәле-улы икәүгә йүнәлтәм иғтибарымды. Малайҙың өҫтөндә зәңгәр синтепон, еңдәренә резинкалар менән дебетле кәзә мамыған бәйләнгән ҡап-ҡара бейәләйҙәр. Аяҡтарында минең бала сағымдағы һымаҡ аҡ быймалары. Малай башына кейгән спорт кәпәсен ҡулдарына тотҡан тексәйепме-тексәйеп шуны борғослай.Ҡар яуып, сағыу иртә булғанға микән ҡояштан һаҡлаусы ҡара күҙлектәрен эстә лә сисмәгән ул.Ҡатын касса алдында пирожкиҙар, пластик һауытта сәй,тағы ла ниҙер алды.
--Әсәй, һыу, һыу ғына эсәм.Газировка--- тине эҫе сәйгә ҡағылғас.
--Юҡ.Түҙ.Беләһең бит аҡса әҙерәк. Өфөгә тиклем дүрт сәғәт бараһы. Бәлки күберәктер ҙә.Ҡар яуған,улым бөгөн. Юл да насарыраҡтыр.
--Әсәй! Әйт әле,ниндәй төҫтә ул әле ҡар?
Был малай бит һуҡыр! Башымды шаңҡыта бәрҙе ошо бәләкәй әҙәмдең йүнһеҙ иртәмдәге әсәһенә биргән һорауы!
Был ҡурҡыныс асыш минең алты йәшлек ошолай аҡтан-аҡ иртәмә алды ла китте. Ябалаҡлап тороп көн оҙоно ҡар яуа. Мин өләсәйемдең йорто артында сана шыуам.Тирләп-бешеп шыуып төшкән санамды көрт йырып үргә һөйрәйем.Тағы төшәм. Бөйөрҙәремә һыуыҡ үтте шул.Ҡан ҡатыш бәүел. Айҙар буйына ҡала дауаханаһы. Аҙаҡ Өфөнөкө һәм хроник ауырыуға ҡушып инвалидлыҡ буйынса пенсия. Хәҙер бына ул киҫекһеҙ малай автовокзал бинаһында устарына һыра ҡыҫып ултыра.
Әйтерһең дә уның йәйге йылы ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан йәйғорло баласағы булмаған да.Эйе йәйғорло малай сағы.Сөнки был дуғаға донъяның бөтә төҫтәре һыйған.
Күпме ваҡыт үткәндер, уйҙарымдан арынып аңыма килгәндә вокзалдағы мәрйә диктор башҡорт телен вата-емерә Өфөгә рейс иғлан итә ине. Ҡатын да малай ҙа кафела юҡтар.
--Извините, поменяйте пиво на газировку.--Һыраларҙы һыуға алмаштырып платформаға йүгереп төшкәндә автобус ишектәре ябылып ҡуҙғалып китеп тә өлгөргәйне..
Шул мәлдә әле йәшәгән тормошомдоң мәғәнәһеҙлеген, көсһөҙлөгөмдө аңланым. Күҙҙән юғалып барыусы "Нефаз" артынан: "Туҡта! Туҡтағыҙ! Ишетәһеңме аҡ быймалы малай, йәйғор төҫөндә! Йәйғор төҫтәрендә ул әлеге яуған ҡар! -- тип ҡысҡырҙы үҙен-үҙе яралаған йөрәгем.