Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 269-сы күҙәтеүем: "Атай еҫе"

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 269-сы күҙәтеүем: "Атай еҫе" Тормошта осраҡлы хәлдәр булмай тиҙәр. Дөрөҫтөр. Былтыр "Шоңҡар" журналы Булат Рафиҡов исемендәге фантастик хикәйәләр конкурсы иғлан итеп, Мәскәү ҡалаһынан Заһиҙә Мусинаның "Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ"тигән хикәйәһен уҡып һоҡланғайным. Конкурста еңеүселәр араһында Заһиҙә лә бар. Яңыраҡ ул миңә ике хикәйәһен ебәрҙе. "Бәйләнештә" селтәре аша хатлашып киттек. Һәм беләһегеҙме... Эйе Заһиҙә яҡын туғаным булып сыҡты. Ул фамилияһын йөрөткән Муса минең дә ҡарт ҡартатай, Мусаның ҡыҙы Ҡафия минең Суфиян ҡартатайҙың ҡатыны, йәғни минең ҡарт ҡартәсәйем булып сыҡты. Суфияндан — Халис, Халистан атайым Ғүмәр тыуған. Рәхмәт Ғәле ағай Фәхретдиновҡа, шәжәрәбеҙҙе төҙөп тә ҡуйған! Икенсе ҙур ҡыуанғаным — Заһиҙә туғанымдың хикәйәһе. Ҡыҫҡа ғына ул, әммә бик фәһемле. Һеҙҙең иғтибарға туғанымдың шул хикәйәһен тәҡдим итәм.

Заһиҙә МУСИНА.

“Атай еҫе”

Район үҙәген бер нисә ауыл менән тоташтырған автобусҡа Хәбир йүгереп тигәндәй килеп инде. Шофер, уны күреп, шат йылмайып ебәрҙе:

– О-о-о, Хәбир ағай, – тип ҡул һуҙҙы. – Һинең гел малайҙар тыуа түгелме! Маладис! Ҡотлайым!

– Атыу! Рәхмәт, ҡустым, рәхмәт! – тип Хәбир, күрше ауылға тиклем түләп, автобус эсенә яйлап күҙ һалды: йәйге ҡояш автобусты – эҫе һәм туҙанлы, ә кешеләрҙе хәлһеҙ иткән. Хәбир иң артҡы урында алдына дүрт йәшлек ҡыҙын ултыртып алған күршеһе Илсиәне күреп ҡалды һәм, хәбәрен һөйләй-һөйләй, автобус аша уның эргәһенә атланы:

– О, килен, иҫәнме? Мин бына малай йыуҙыртырға һеңлемә китеп барам әле, – тип ҡулындағы пакетты хәйләкәр йылмайып һелкетте. – Ауылда атыу өсөнсө көн йыуабыҙ, барып етеп булмай ҙа ҡуя...

Илсиә уға бер генә ҡараш ташланы ла кире тәҙрәгә текәлде. Хәбир уның янына килеп ултырып алды:

– Һинсе, ҡыҙыҡайка? – тип Илсиәнең ҡыҙына ҡарап өндәште. –Өләсәйгә ҡунаҡҡа китеп бараһыңмы?

Ҡыҙыҡай әсәһенә нығыраҡ һыйынды. Илсиә өндәшмәне лә, ҡараманы ла. Шунан ғына Хәбир ике ҙур сумканы күреп ҡалды.

– Ҡайтып бараһыңмы әллә, килен? – тине, сер һорағандай, тыуышын кәметеп, Илсиәгә башын нығыраҡ яҡынайтып.

Ҡыҙыҡай илай башланы. Илсиә өндәшмәне.

– Үкенмәҫһеңме, ә, килен?

Ҡыҙыҡай бөтөнләй ҡысҡырып иларға тотондо. Илсиә ҡыҙының илауына уйҙарынан уянып киткәндәй, йәне көйөп:

– Йә, нимә булды тағы?! Ниңә илайһың?! – тине.

Ҡыҙыҡай йәштәре аша саҡ-саҡ:

– Атайҙың еҫе сыға, – тип әсәһенә тағы нығыраҡ һыйынып, илауын дауам итте.

Илсиә Хәбиргә йәнә бер ауыр ҡарашын ташланы ла, балаһын ҡосаҡлап, кире тәҙрәгә боролдо.

Хәбир ауыр көрһөндө, тамаҡ ҡырҙы һәм икенсе урынға күсеп ултырҙы...


Фотола: Заһиҙә Мусина.
Читайте нас: