Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 268-се күҙәтеүем: "Башҡорт фэншуйы"

Бөгөн "Теге өсәү" Бөтә донъя архитектуракөнө уңайынан ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойошторҙо. Шул йәһәттән бер һорау: баш ҡалабыҙ Өфөнөң башҡортархитектураһы стилендә төҙөлгән биналары, башҡа төрлө ҡоролмалары бармы? Былһорауҙы мин билдәле башҡорт архитекторы Рудоль Әүсәховҡа биргәнем булды. Улшулай аңлатҡайны: "Тотошлайы менән ул стилдәге биналар, йорттар юҡ, әммәул стилдең элементтары булғандары етерлек. Һауанан ҡарағанда (тик һауанан,ситтән ҡарағанда ғына — Р.-Ә.) Сипайлово биҫтәһе тотошлайы менән тиерлек башҡорт архитектураһыстилендә. Ни өсөн тигәндә...

...был биҫтәләге йорттар Ҡариҙел йылғаһы буйында билдәле бер тәртип буйынса түгел, ә нисек етте шулай урынлашҡан. Яҙма сығанаҡтарҙан тыш теге йәки был башҡорт ауылының боронғолоғон тап ошондай принцип буйынса һаҡланған элеметтарынан сығып билдәләргә лә мөмкин..."


Һүҙ юҡ, совет осоронда йорттарҙы тигеҙ урамдар барлыҡҡа килтереп төҙөгәндәр. Боронғо башҡорт ауылдары иһә ҡот принцибы буйынса (йортоң иңе-буйы, ишеге, тәҙрәләре ҡайһы яҡҡа ҡарарға тейеш һ.б.) һалынған. Көнсығыш халыҡтарында был принципты фэншуй тип атайҙар.
Читайте нас: