1986 йылда Ырымбурҙа яҡташыбыҙ Юрий Шатунов нигеҙ һалған "Ласковый май"эстрада төркөмөнөң уңыштары хаҡында легендалар йәшәй. Һәр хәлдә, тамашасылар йыйыу буйынса был төркөм ҡуйған рекордҡа башҡа бер кем дә өлгәшә алмаған. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, был төркөм уңышының нигеҙендә юғары сәнғәт түгел, әлеге лә баяғы "йәлләтеү" тойғоһо ята. Быны һүҙ менән аңлатып булмай, аңлар өсөн төркөмдөң бер йырын тыңлау ҙа етә. Үкенескә күрә, беҙҙең эстрадала ла бар ундай йырсылыр, улар күберәген "ҡыҙ тауышлы"егеттәр, әгәр микрофон тигән хикмәт булмаһа, тауыштары 5-6 метрҙан да алыҫ китмәй. Уларҙың концерттарынан рухланып, йәшәүгә көс, энергия алып сыҡмайһың, киреһенсә, энергетик донор кеүек һурылып, ҡаҡшап, таланып, арып сығаһың.