Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 266-сы күҙәтеүем: "Ағай була белде..."
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 266-сы күҙәтеүем: "Ағай була белде..." Уҙған быуаттың 70-90-сы йылдарында әҙәбиәт донъяһында тәүге аҙымдарын яһаусыларҙың барыһы ла күренекле яҙыусы Рәшит Солтангәрәевтың ярҙамын тоймай ҡалмағандыр. Был Рәшит ағайҙың Яҙыусылар союзында әҙәби консультант, йәштәр менән эшләү комиссияһында рәйес булып эшләүенә генә бәйле түгел. Яҙыусы үҙенең тәбиғәте менән ярҙамсыл, кеше йәнле булды. "Кеше булыр кешенең кешелә булыр эше" тигәндәй, бар нәмәлә лә уның эше булды. Уның "Мырҙам..." тигән өндәшеү менән башланып киткән етди кәңәштәргә, эшлекле тәҡдимдәргә көйләнгән тауышы ҡолаҡ төбөндә яңғырап тик тора. Ҡыҫҡаһы, ул һәр ҡайһыбыҙға ағай була белде, баҙыҡ тауышы яңғырап китһә, нисектер уны бер туған ағайыңдай күреп ҡабул итәһең, төрттөрөп әйткән тәнҡит һүҙҙәренә лә асыуланмайһың. Һеҙҙең иғтибарға Яҙыусылар союзында үткән кескәй генә әңгәмәнән яҙма тәҡдим итәм. Янында тәмәке тартҡаныбыҙ өсөн Фәрзәнә Аҡбулатованан, һуңлап булһа ла, ғәфү үтенәбеҙ