Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 263-сө күҙәтеүем: "Башҡорт Булдаковы "Үлмәҫбай"ҙы һөйләй"

Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы ир-уҙаманы Зариф Фәйзуллинды тәүге тапҡыр күргәс тә, тауышын ишеткәс тә, актер Алексей Булдаковҡа оҡшаттым.



Ивановка ауылында йәшәгән сағында ундағы урыҫтар Зариф ағайҙы юҡҡа ғына "Генерал" тип йөрөтмәгән икән дә!


Шул тиклем дә кеше кешегә оҡшай икән дә! Оҡшай ғына тиһеңме, һуйған да ҡаплаған!


Эйе, тап Алексей Булдаков генерал (прототибы генерал Александр Лебедь) ролен уйнаған "Милли һунар үҙенсәлектәре" фильмындағы тауыш.


Хатта кейемдәре лә шул уҡ.. Һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙмайынса "Генерал" Зариф Фәйзуллин башҡарыуында "Үлмәҫбай"ҙы тыңлайыҡ.


Яҙма Йәнтеш ауылы янында төнгө Һаҡмар ярында төшөрөлдө.


Видеоны ҡарау өсөн ошо һылтанмаға баҫығыҙ:
Читайте нас: