Тубыҡланып эйелеп, тәүҙә күҙгә салынған көртмәлене өҙһәң генә башҡалары күҙгә ташлана икән. Ошонан һуң тыуҙы "Көртмәле фәлсәфәһе":
1.Хоҙай үҙенә баш эйеп, сәждәгә китһәң генә теләгәнеңде алдыңа килтерә.
2.Ғорурҙың (шулай уҡ тәкәбберҙең) һауыты буш.
3.Беҙ һәр ваҡыт алдыбыҙға уңыштың күп һәм ҡапыл килгәнен көтөп яңылышабыҙ. Бер ус көртмәле бер бөртөктән башлап йыйыла, оҙон уңышлы юл тәүге аҙымдан башлана.
4.Тормошта ниндәйҙер маҡсатыңа эҙмә-эҙлелекле рәүештә барһаң ғына барып етеп була.
5.Ысын тормош меңәр-меңәр кешеләр ҡайнашҡан ҡалаларҙа түгел, ауылдарҙа, тәбиғәттә бара, ысын дуҫтар ҙа шунда табыла.
6.Тәмле нәмә күп булһа ла, файҙалыһы аҙ була.