Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 259-сы күҙәтеүем: "Эсеү ташлау шатлығы"

11 сентябрь – Рәсәйҙә айныҡлыҡ көнө. 21 йыл айныҡ тормош алып барған кеше булараҡ, күп һанлы күҙәтеүҙәремдән сығып шуны ғына әйтә алам: эскелек беҙҙә милли трагедияға (ундай ҡурҡыныс бар ине) әүерелмәне. Ташлай алмаусылар донъялыҡ менән хушлашты, ҡотолоусылар донъяға яңыса ҡараш менән йәшәй башланы, хәҙерге йәштәрҙең иң ҙур өлөшө эскелекте бар тип тә белмәй. "Милләт эсә" тиеүселәр төптө хаталана. Айырым кешеләр генә милләт була алмай. Хәҙер ҡайһы бер туйҙарҙа хатта эсерерлек кеше таба алмайҙар. Форсаттан файҙаланып эскелеккә бәйле бер лаҡап. Бер кеше өс көн эшенә килмәгән. Дүртенсе көн генә килгәс, хужаһы унан ниңә эшкә килмәүен һорашҡас, теге:– Эсеүташлағайным, шуның шатлығынан эсеп ташлағанмын, - тигән...

– Иртәгәһенә ниңә килмәнең? – тағы һораған хужаһы.
– Баш төҙәттем...
– Кисә ниңә килмәнең? - тигән йәнә хужа,
– Бахмур булды...
Читайте нас: