"Юлдаш"радиоһы егеттәре тағы ла ҡыҙыҡлы:"Ғаиләлә баш баламы, уртансыһымы, әллә кинйәһеме бәхетлерәк?" тигән темаға әңгәмә ҡорҙо. Бик ваҡытлы һәм кәрәкле һөйләшеү. Психологияла "доминанта" ("өҫтөнлөк итеү")тигән төшөнсә бар. Уның буйынса әгәр ҙә әсә кеше һаулығы һәм йәш мөмкинлеге еткәнсе бала тапмаһа, йәмғиәт һәм милләт өсөн кәрәкле булған шәхесте үҙендә "үлтерә". Ни өсөн тигәндә, шәхес тәрбиәләнһен өсөн коллектив кәрәк. 2 бала коллектив була алмай, бының өсөн кәмендә 3 һәм унан да күберәк ағзаның булыуы шарт. Психологтар "Шәхес — шәхес-ара мөнәсәбәттәр ансамбле" тип тә әйтә. Ошонан сығып ҡараһаҡ, ансамбль ағзалары ни тиклем күп булһа, улар башҡарған көй ҙә, йыр ҙа аһәңлерәк, көслөрәк. Ул көй, ул моң ана шул шәхес ул! Дәлиле кәрәкме? Бына: 1 бала мәғлүмәтте ата-әсәһенән алып үҫешһә, 2-се бала тәүге бала туплаған әҙер мәғлүмәтте файҙаланып, тиҙерәк үҫешә, 3-сө бала тәүге ике баланың мәғлүмәтенә һәм тәжрибәһенә таяна. Артабан — арифметик прогрессия...
Тағы ла: даһиҙар күберәк осраҡта таҡ һанлы (1,3,5,7-се) балалар булыусан. Был хаҡта тағы бер күҙәтеүҙә дауам итербеҙ...