Барыбыҙ ҙа шымып ҡалдыҡ. Сөнки табындың артабан нисек дауам ителере Мостай ағайҙың яуабына бәйле булғанын һәр өсөбөҙ ҙә яҡшы аңлайбыҙ. Халыҡ шағиры ошо мәл шундай һүҙ әйтте: Рауза инәйҙең йөҙөнә ҡояш ҡунды: "Борсолма, Рауза! Һин бит миңә һөйөүеңде ошо рәүешле, ашҡа тоҙ һалып белдерәһең. Ҡунағыбыҙға килгәндә, ул беҙҙең мөхәббәтебеҙҙең шаһиты..."