Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 255-се күҙәтеүем:"Беҙ – элек, улар белеп тыуған"

Ҡыҙымауылдан килгән Гөлйөҙөм апаһы менән "Ирәмәл"комплексына барып"Эбигейл" тигән фильм ҡарап ҡайтҡас, күңел тыныслығын юғалтты. Ятһала, торһа ла, тел осонда шул фильм. Ай-вайыбыҙға ҡарамай, әсәһе менән мине ләалып барҙы. Ҡараныҡ та, ҡыҙыбыҙҙың беҙгә ни өсөн фильмды күрһәтергә теләгәненаңланыҡ. Идеяһы – ата менән ҡыҙҙың мөхәббәте ерҙе, кешелекте һәләкәттән ҡотҡара.

Быға тиклем башлыса тик йәнһүрәттәр генә ҡараған ҡыҙыбыҙҙың бер йәй эсендә шундай ҡатмарлы фантастик фильмдың идеяһын аңларлыҡ кимәлгә тиклем үҫешә алыуына ҡыуандыҡ та, аптыраныҡ та. Беҙ элек тыуһаҡ, хәҙерге балалар белеп тыуа шул. Әйткәндәй, фильмда төп ролде башҡарыусы Марта Тимофеева Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса Александр Галибин төшөргән "Һеңле"фильмында (Айҙар Аҡманов сценарийы) Оксананы уйнай. Фильмдың премьераһы быйыл көҙ көтөлә.
Читайте нас: