Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. 254-се күҙәтеүем:"Ризамын һарыҡ булырға..."

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. 254-се күҙәтеүем:"Ризамын һарыҡ булырға..." "Бәйләнештә" селтәрендә йөрөгән ошо фотоһүрәткәшиғри аңлатма бирергә йөрьәт итеп ҡараным

Эй, кешеләр, ниңә беҙҙе
Аҡыртып тарайһығыҙ?
Ниңә һеҙ һарыҡ заттарын
Айырып ҡарайһығыҙ?
Уларҙан да һарығыраҡ
Тағы ниндәй халыҡ бар?
Йөндәрен ҡырҡып алғанға
Бәхетлерәк һарыҡтар.
Яңы йылды яңы тунда
Ҡаршылайҙар һарыҡтар.
Улар һимеҙ, беҙ, һыҙланғас
Ғүмер буйы арыҡтар!
...Хәҙер инде минең сират
Менеп баҫтым һыртыңа.
Ризамын һарыҡ булырға,
Был тунымдан ҡотолһам...
Хәҙер һеҙҙең сират, хөрмәтле дуҫтар! Һорау шундай: был фотоһүрәт нимә аңлата?

Читайте нас: