Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ 251-се күҙәтеүем:"Бер ҡайҙа ла төбәлмәгән ҡараш"

Фото төшөрөү менән үҫмер саҡта уҡ шөғөлләнә башланым: тәүҙә "Вилия-авто" тигән фотоаппарат һатып алдым, унан, һанлы аппараттар сыҡҡас, тағы ла дәртләнеберәк тотондом. Хәҙер, смартфон тигән хикмәт барлыҡҡа килгәс, һәр кем кеүек, мин дә фото төшөрөү менән мауығам. Әммә һис ҡасан да уңышлы фото төшөрә алманым, буғай. Профессиональ фото төшөрөүселәр минең уңышһыҙлыҡты шулай аңлата: фото объекты булыусы кеше ҡыланмаҫҡа, ғөмүмән, фотоға төшәм, тип уйламаҫҡа, урыҫса әйткәндә, “позировать” итмәҫкә тейеш. Үҙемә оҡшаған,уңышлы тип иҫәпләгән тәүге фотомды мин ошо көндәрҙә төшөрҙөм. Уңышымдың сере шул: ундағы өс кешенең ҡараштары бер ҡайҙа ла төбәлмәгән.

Фото төшөрөү менән үҫмер саҡта уҡ шөғөлләнә башланым: тәүҙә "Вилия-авто" тигән фотоаппарат һатып алдым, унан, һанлы аппараттар сыҡҡас, тағы ла дәртләнеберәк тотондом. Хәҙер, смартфон тигән хикмәт барлыҡҡа килгәс, һәр кем кеүек, мин дә фото төшөрөү менән мауығам. Әммә һис ҡасан да уңышлы фото төшөрә алманым, буғай.
Профессиональ фото төшөрөүселәр минең уңышһыҙлыҡты шулай аңлата: фото объекты булыусы кеше ҡыланмаҫҡа, ғөмүмән, фотоға төшәм, тип уйламаҫҡа, урыҫса әйткәндә, “позировать” итмәҫкә тейеш. Үҙемә оҡшаған,уңышлы тип иҫәпләгән тәүге фотомды мин ошо көндәрҙә төшөрҙөм. Уңышымдың сере шул: ундағы өс кешенең ҡараштары бер ҡайҙа ла төбәлмәгән
Бер ыңғай, яңылышмаһам, фото оҫталарының бер серен дә астым шигетте. Улар бер иш фотоны бер нисә секунд эсендә тиҫтәләгән данала шаҡылдатып төшөрә лә, уларҙың араһынан берәүһен генә һайлап алып, ҡалғандарын юйҙыра. Ана шул берәүһендә фотоға төшөүсенең ҡарашы бер ҡайҙа ла төбәлмәгән (взгляд в никуда) булыуы шарт. Әгәр ҙә унда бер нисә кеше икән, тимәк барыһының да ошондай хәләттә булғанын табырға,бының өсөн тағы ла күберәк фотолар талап ителә. Хәҙер инде шундай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ: ҡараштары бер ҡайҙа ла төбәлмәгән кеше ниндәй һуң ул? Эйе, ул ҡыланмаған, позировать итеп үҙен әллә кем итеп тоймаған, тәкәбберлектән азат булған, Хоҙай хозурындағы бәндә.
Читайте нас: