Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ 249-сы күҙәтеүем: "Күрһәтмәй алған бур түгелме?"

Халыҡта "бурҙың бүрке яна" тигән әйтем бар. Тарихы былайыраҡ: имеш, бер ауылда кемдеңдер ҡиммәтле әйбере юғалған. Әйбер табылмағас, хужаһы ауыл аҡһаҡалына мөрәжәғәт иткән. Ул иһә барса халыҡты бер урынға йыйырға ҡушҡан. Барыһы ла йыйылғас, аҡһаҡал уларға ҡарап, ҡапыл: "Ҡарағыҙ, йәмәғәт, ана, бурҙың бүрке яна, тотоғоҙ!" – тип ҡысҡырған. Шул саҡ бур бүреген тотоп ҡараған һәм тотолған. Тағы ла бер һорау: ә бына күрһәтмәй урлаған, тотолмағанкешене бур тип атап буламы?

Был һорауға яуап таба алманым һәм ошо шиғырҙы ғына яҙырға мәжбүр булдым:


Парадокс


“Аҡсамды кем урланы?” – тип,
Афзал яу һалды.
Ғаззал әйтә: “Урламаным,
Күрһәтмәй алдым...”


“Күрһәтмәйсә алғасың һуң,
Бурһың...” – ти Афзал.
“Күрһәтһәм бит, мине бур, тип
Әйтәң...” – ти Ғаззал.


...Олигархтар ил байлығын
Күрһәтеп урлай.
Шуғалыр ҙа уларҙы “Бур!”,
Тип атап булмай...
Читайте нас: