Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ 247-се күҙәтеүем: "Ҡайны атай түгел..."

Һуңғы ваҡытта шундай бер сәйер күренешкә иғтибар итмәү мөмкин түгел.Бигерәк тә, яңы өйләнешкән ҡайһы бер йәштәр, бер-береһенең туғандарына тормошиптәше кеүек үк (ҡайныһына – атай, ҡәйнәһенә, бейеменә – әсәй, ҡайнағаһына – ағай, ҡайынбикәһенә – апай һ.б.) туғанлыҡтыбелдергән һүҙҙәр менән өндәшеп, оло гонаһҡа бата.

Ә бит туған телебеҙҙә өйләнешеүгә бәйле ҡайны, ҡәйнә, бейем, ҡайнаға, ҡайынбикә, ҡайынһеңле, ҡәйенеңгә, балдыҙ, ҡәйнеш, бикәс, бажа, ҡоҙа, ҡоҙағый, ҡоҙаса, кейәүңәре, апһын, килендәш, һыйлым һ.б. кеүек шундайын матур, һутлы һүҙҙәр бар. Ысынында иһә, был һүҙҙәр икенсе кешене атай, әсәй, ағай, апай, һеңле, ҡусты һ.б. тип атамаҫ өсөн барлыҡҡа килгән һәм уларҙың күбеһенең нигеҙендә "ағай-эне" (халыҡта әғәйне тигән һүҙ ҙә бар) тамыры ята. Әйтәйек, ҡайны – ағайны, ҡәйнә – әғәйнә, ҡайнаға – ағайны-ағай, ҡәйнеш – әғәйнеш һ.б.


"Гонаһ" тип әйтеүем шунан, имам Әл-Бохариҙың бер хәҙисе бар: "Үҙ атаһының кем икәнен белә тороп, икенсе кешене атайым, тип таныусы кеше мотлаҡ рәүештә гонаһҡа бата, шулай уҡ үҙен икенсе халыҡ вәкиле тип иҫәпләүсе кеше лә тамуҡтағы үҙ урынын алһын..."
Читайте нас: