шундай һорауға яуап эҙләп ҡарайыҡ: Телебеҙҙәге "уңыу",
"уңыш" һүҙҙәренең нигеҙендә "уң" тамыры ятамы, әллә
киреһенсәме? Һәр бер телдәге тамыр һүҙҙәрҙең кешенең тән ағзаларына бәйле
булыуын иҫәпкә алғанда, "уңыу" менән "уңыш"тың
"уң" ҡул менән башҡарылған ғәмәлдең һөҙөмтәһе икәнлеген аңлауы ҡыйын
түгел. Ошонан сығып фекер йөрөтһәк, тимәк, һулаҡай кешенең уңы һул ҡулы икән,
тимәк бындай кеше ҡәҙимге кешеләрҙән айырмалы рәүештә дини талап буйынса
ғәмәлдәрҙе һул ҡулы, аяғы менән башҡара башлай икән, уның бисмиллаһы ла һулы