Ағиҙел
-6 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
13 Август 2019, 14:26
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ 241-СЕ КҮҘӘТЕҮЕМ: "Абыжыр! Әсмәйел! Бирәнҡорһаҡ!"
Был хәл булғанмылыр-юҡмылыр, үҙебеҙҙең яҡта ишеттем. Икеһе лә 80 йәшен тултырғас, ҡатыны иренә: – Бабай, мына икебеҙ ҙә һикһәнде тултырҙыҡ. Баларыбыҙ эйәле-башлы булып бөттө. Барыһыла: кейәбеҙ, тиһәк, кейемебеҙ,ашайбыҙ, тиһәк, ризығыбыҙ бар. Балалар ҙа өрмәгән ергә ултыртмай. Шулай ҙаһинең ошо йәшеңдә ниндәй теләк-ниәттәрең бар? – тип өндәшкән ти.
– Эх, әбей, быға тиклем гел балалар тип йәшәнек, тапҡан-таянғаныбыҙҙы уларға тотондоҡ. Ошо йәшкә еткәндән һуң, тик үҙебеҙ өсөн, туйғансы йәшәргә ине, – тигән бабайы.
– Абыжыр! Әсмәйел! Бирәнҡорһаҡ! – тип уға өндәшкән әбейе. – Һаман да йәшәп туйманыңмы ни?
Беҙҙең яҡта "абыжыр" (обжора) тип туймаҫ, мәсекәй
кешегә әйтәләр.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?