Себештәрен осорға өйрәткәндә кәрәк икән ата бөркөттөң был һәләте. Тик ата-инәһе килтергән ризыҡ менән генә ояла туҡланып ятыусы себештәргә ризыҡ бирмәй башлайҙар бер саҡ. Аслыҡ үҙенекен итә. Етмәһә, ата бөркөт менән инә бөркөт килтергән ризыҡты оя янындағы ағас ботағына ултырып үҙҙәре ашарға керешә. Себештәрен ошо рәүешле тамшандыра улар. Себештәр, билдәле, уларға ынтыла, шунан ояның ситенә сығып, ергә ҡолай башлай. Шул саҡта ата бөркөт таш кеүек ергә шыҡыйып, себеше ергә төшөп йәнселмәҫ элек һыртына ултыртып алып, кире ояға алып менә. Осорға өйрәнеүҙең тәүге күнекмәләре ошо рәүешле башлана.