Тимәк, подъездарыбыҙ, ихаталарыбыҙ беҙҙең йәмәғәтселек йөҙөбөҙҙө күрһәтә. Фатирыбыҙға евроремонт эшләү, эсендә затлы мебель ултырыу менәнме ни – фатир ишеген асып коридорға сығыу менән ташландыҡ бәҙрәф тәртипһеҙлеге башланғас. Мәсьәләнең парадокслы булыуы шунда: беҙ был осраҡта эстән ялтырап, тыштан ҡалтырап торабыҙ.
Әлеге мәлдә эсебеҙ менән тышыбыҙҙы тап килтереү өсөн
ҙур суммала сығымдар һалынып, ремонт эштәре бара. Артабан был кимәлде һаҡлар өсөн беҙгә йәмәғәтселек
йөҙөбөҙҙө үҙгәртеү талап ителәсәк. Әйткәндәй, тәбиғәттә лә шулай уҡ
йәмәғәтселек йөҙөбөҙ сағыла. Быйылғы йәй, мәҫәлән, меңәр-меңәр гектарҙа