Әл дә "Яндекс" тип аталған мәғлүмәт "Һандыҡ"сы бар. Унда был күренешкә өс сәбәп килтерелә:
1.Таяҡсаларҙы йөрөтөүе уңайлы, әгәр ҙә онотоп китһәң, теләһә ҡайһы ерҙә ағас ботаҡтарынан әтмәләп алып була.
2.Ашҡаҙанды артыҡ ашауҙан һаҡлай. Сөнки туйыу хаҡындағы сигнал кешенең мейеһенә 10-15 минуттан һуң ғына барып етә.
3.Кешенең ҡул бармаҡтары осонда интеллектты үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе күп һандағы нөктәләр бар. Таяҡсалар шул нөктәләргә массаж яһай.
Әйткәндәй, "Ашағанда ҡолағың һелкенһен, эшләгәндә йөрәгең елкенһен" әйтеме хаҡындағы тулы мәҡәләне "Ағиҙел"дең алдағы һандарында "Ике-өс һүҙгә һыйған заман, Афоризм — ныҡ киптерелгән роман" рубрикаһында уҡырһығыҙ.