Ағиҙел
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ 231–СЕ КҮҘӘТЕҮЕМ: "Барҙымсаның "толерантлы" айыуы..."

Дуҫтарым Әкрәм Ҡәйепҡолов менән Айбулат Ғүмәров ҡасҡын Хажғәле Хәсәнов йөрөгән, "Хажғәле" йыры тыуған Ғәле Барҙымсаһы тип аталған тауға алып барҙы. Был тау Икенсе Этҡол ауылынан 8 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 860 метр. Ололар һөйләүенсә, 1755 йылда Талҡаҫ күлендә Брагинды атып үлтергәндән һуң Әмин батыр тау мәмерйәһендә ҡасып йәшәгән. Тау Баймаҡ ерендә, уның бер яғынан Бөрйән, икенсе яғынан Йылайыр райондары биләмәләре башлана. Мине иң ныҡ аптыратҡаны тауҙа йәшәгән айыу хаҡындағы мәғлүмәтбулды...

Элек
Барҙымса битләүендә бесән сапҡан Әкрәм ағай һөйләүенсә, бында төндәрен кешенең
күңеленә шом һалып, Шүрәлеләр һаһылдап ҡысҡырып йөрөй имеш. Әммә Шүрәле
тигәндәре "һа-һа-һа"лап йөрөүсе япалаҡ ҡына. Ә бына айыуға килгәндә,
ысынлап та, тау битләүендә айыуҙың аунап ял иткән, тамырҙар ҡаҙып алған ерҙәре
бихисап. Береһенә инеп үҙем дә аунап алдым. Иң ҡыҙығы: айыуҙың
"толерантлы" булыуы. Тау битләүендә бихисап сабынлыҡтар, унда йәй
айҙарында кешеләр күп йөрөүгә ҡарамаҫтан, Барҙымса айыуы уларға ҡамасауламаҫҡа
тырышып, көндөҙҙәрен йылға буйында шырлыҡта йәшеренеп, төндәрен генә тауға
сығып йөрөй. Айыуҙың яратмағаны эттәр. Улар килеп өрә башлаһа, ул да үкереү
менән яуап ҡайтарып, ерҙе туҡмап, асыу сығара икән.