Хәҙер инде донъялар алмашынды һымаҡ. Бына бер нисә йыл рәттән мин отпускаға тип ауылға ҡайтҡанда көндәр тышҡа сыҡҡыһыҙ эҫе тора ла, мин баш ҡалаға юлға сыҡҡанда ямғыр яуырға тотона. Әгәр ҙә элекке заман булһа, ҡустыларым: “Ялҡау бәхетһеҙ була”, — тип оҙатыр инеме икән, тип уйлайым хәҙер.