Яңыраҡ бер таныштарыма барып инһәм, өй тулы башҡорт балалары урыҫса һөйләшә. Яндарында өлкән апалары, өләсәләре (кемеһенәлер ҡартәсәй) ултыра. Килеп ингәс тә, кескәйҙәрҙең туған телдәрендә аралашмауы хаҡында әйтеп, үҙ дәғүәмде белдерҙем. –
––Нимәләр генә эшләп ҡараманыҡ, барыбер тыңлашмайҙар, — тине өлкәндәр бер–береһенең һүҙен йөпләп.
––Хәҙер үҙем уларҙы башҡортса һөйләштерәм, — тинем еңемде һыҙғанып...