Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 228-СЕ КҮҘӘТЕҮЕМ: "ТӘБИҒӘТ ҺИС ҠАСАН ДА ЯҢЫЛЫШМАЙ..."

Совет осоронда Ҡаҙағстанда ҡыҙыҡлы бер тәжрибә үткәреп ҡарағандар. Бер мәл һарыҡтарға үләт ҡағылып, уларҙы нисек кенә дауалап ҡараһалар ҙа, файҙаһы теймәгән. Малдар көнөнә меңәр башлап ҡырылған. Шундағы бер ғалим уларҙы иркен далаға сығарып ебәреү тәҡдимен индергән...

Тәбиғәттә ғәжәп хәлдәр була бит ул. Һарыҡтар ҡырылыу урынына һауығып, көҙгә тиклем көрәйеп, һырттары мөйкөлдәп кире әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙың һауығыуының сәбәбе, мөғжизәле күренештең хикмәте утлаған үләндәрендә икән. Баҡтиһәң, тәбиғи инстинкт, Хоҙай әмере буйынса йәшәгән малдың малы теге йәки был сиргә тарығанда үҙенә иң кәрәкле үләнде табып ҡабып, шуның менән дарыулана икән. Артабан ғалимдар далала утлаған һарыҡ, йылҡы малдарының ниндәй үләндәрҙе һайлап ҡабыуын күҙәтеп (уларҙың һаны 189), һәр бер сиргә шифа (панацея уҡ булмаһа ла) булырлыҡ эликсир уйлап тапҡан. Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, үҙемә мөрәжәғәт итегеҙ.
Читайте нас: