...Элек етәксе булып эшләгән бер кешенән ишеттем: икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙа урып-йыйыу эштәре башланғас, комбайнсылар һуҡҡан тәүге бункер игенде тауыҡ еме итеп өйҙәренә алып ҡайта икән. Был хәл хатта йола рәүешендә нығынған. Хужалыҡ етәкселәре, партия органдары ла был хаҡта бик яҡшы белгән һәм ураҡ батырҙарына бер һүҙ ҙә өндәшмәгән. Был өлөш һәр комбайнсының "тейешле авансы" ("заслуженный аванс") һаналған. Ошо хәлде еләк йыйыу менән сағыштырам. Бер бөртөк еләк тә өҙөп ҡапмайынса, еләк тиреү мөмкинме икән? Әҫпең ҡалҡмаған булһа, әлбиттә...