...Атайым уларға барыһын да һөйләп биргән. Әле магнитофон тигән хикмәттең ныҡлап таралмаған, күптәр әле уның нимә икәнлеген дә белмәгән мәл булғандыр инде. Баҡтиһәң, Нефтекама яғынан ҡурай моңон яратҡан бер кеше Өфөгә ҡурайсылар килеүен ишетеп, махсус рәүештә баш ҡалаға килеп, ҡунаҡханаға урынлашып, бер көн алда атайымды бүлмәһенә саҡырып уйнатып, бер нисә көйҙө яҙҙырып алған булған икән.