Баҡтиһәң, улар олатайҙың үҙҙәренә башҡортса өндәшеүенә битараф ҡалып, туңдырма йә һағыҙ һатып алырға аҡса кәрәккәндә генә: "Олатай, аҡса бир әле?"— тип матур ғына итеп башҡортса өндәшәләр икән. Аҡсаның ана шундай ҡөҙрәте лә бар, йәмәғәт. Кем әйтер, ошо шартты нисек итеп уңышлы файҙаланып, балаларыбыҙҙы башҡортса һөйләштерергә була икән?