21.ХII.95.
“Эстәрлегә сығыш яһарға барҙым. Әхмәр Үтәбай оҙата йөрөнө. Осрашыуҙар бик матур үтте. Бүләк итеп биҙәкле самауыр бирҙеләр. Миндә самауырҙар күп, быныһын Әхмәргә бирермен, тип уйлағайным (Был хаҡта миңә Мостай ағай ҡунаҡханаға ҡайтып барғанда әйткәйне, мин ул бүләкте фатирымдың ҡайһы мөйөшөнә ултыртыу хаҡында төн буйы баш ваттым. – Әхмәр Үтәбай) Иртән беҙ тормаҫ борон уҡ ҡунаҡханаға бер ҡатынҡай килде. "Кисә һеҙгә самауыр бүләк иткәйнеләр, шуны "алдым" тип бынау ҡағыҙға ҡул ҡуйығыҙсы", — ти. Мин аптырап ҡалдым. Бығаса бер бүләкте лә имза ҡуйҙырып бирмәйҙәр ине. Самауырҙарын кире биреп ебәрҙем. Әхмәр генә мәхрүм булып ҡалды...”