Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 223-СӨ КҮҘӘТЕҮЕМ: "Һыу хәтере — иң хәтәре..."

Студент саҡта дөйөм ҡала мунсаһына йөрөнөк. Сираттағы тапҡыр йыуынырға барғанда иптәш егет: "Тазиктарға аяҡты тығып йыуырға ярамай!" — тигән киҫәтеүле яҙыу эленеүгә, беҙҙең һәм башҡаларҙың ҡат-ҡат иҫкәртеүенә ҡарамайынса, бер тазикҡа һыу һалып, йыуынып бөткәнсе аяҡтарын шундай тығып ултырҙы. Үҙе икенсе берәүһенә ҡойоп йыуынды. Фойела һыуынып, кибенеп алғас, ятаҡҡа ҡайтырға сыҡтыҡ...

Ярты юлды үтеүгә ҡапыл ямғыр һибәләне. Асфальт өҫтөндә ятҡан ҡала урамы саңы күҙ менән ҡаш араһында еүеш сырымтаға әүерелеп, үҙебеҙҙе тайғаҡ боҙ өҫтөндә йөрөгәндәй хис иттек. Күп кенә аварияларҙың ошо хәлгә бәйле икәнен иҫкә төшөрөгөҙ. "Тыңлауһыҙ" егетебеҙ ҡайһылыр ике арала ергә гөрһөлдәп ҡоланы. Аяғына баҫа алманы. Ике ҡулы менән тубығының аҫҡа яғын ҡосаҡлап иларға кереште. Тиҙ ярҙам машинаһы саҡырҙыҡ. Аяғын һындырғайны...
Был хәлде, барыбер ҙә, һыу хәтеренә бәйләнем. Һыу хәтере хәтәр шул!
Читайте нас: