Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 220-СЕ КҮҘӘТЕҮЕМ: "Ни өсөн балалар аҙ тыуа?"

Үҙем 11 бала үҫкән ғаиләнән булғас, күмәк булыуҙың барлыҡ рәхәтлектәрен, ҡыйынлыҡтарын (эйе, ҡыйын, әммә ауыр түгел) яҡшы беләм. Атайыбыҙ бер үҙе эшләне, әсәйебеҙ пенсияға сыҡҡансы (балалар аҡсаһын иң күбендә 35 һум алды) балалар менән ултырҙы. Ул саҡта беҙҙең ауылда 85 йорт булып, 11 Герой-әсә иҫәпләнде.

Ә бөгөн ни өсөн балалар аҙ тыуа һуң? Күптәр был осраҡта социаль-иҡтисади шартты төп сәбәп итеп килтерә. Минеңсә, ул сәбәп түгел, аҡланыу һылтауы. Йорттарҙағы машина-тракторҙар һанына, кейгән кейемебеҙгә, аш-һыу табындарыбыҙға ҡараһаң, аңлашыла был һылтау. Ни өсөн икенсе балаға ярты миллионға яҡын әсәлек капиталы түләп тә, баланы һатып алып булмай, ни өсөн хатта ошондай шарттарҙа ла илебеҙҙә демографик шартлау күҙәтелмәне?


Иҫегеҙҙә булһа, былтыр Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылында йәшәүсе яҡын дуҫыбыҙ, атаҡлы сәсәниә, ил инәһе Вәсилә апай Садиҡова "Дүрт йәшемдә кейәүгә сыҡтым" тигән яҙмаһы менән сығыш яһап, Интернет донъяһын шаулатҡайны. Был юлы ул "Ни өсөн балалар аҙ тыуа?" тигән һорауға яуап эҙләй. Уның аудио-яҙмаһын түбәндәге һылтанмаға баҫып тыңлағыҙ:
Читайте нас: