Шағирәнең ҡыҙы Гөлшат "Шоңҡар" журналына биргән интервьюһында әсәһен үҙҙәрен йылытыусы мейес менән сағыштыра. Әҙибәнең тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған сараға беҙ шул мейес, шул ҡояш янына йылынырға килдек.
...Шағирҙар ҙа нәҡ шул ҡояш кеүек. Һәр көндөң дә ҡояшы байый: төндәрен уны юҡһынып, йондоҙҙар емелдәй, таңғы ысыҡтан һуң тағы ла ҡояш сыға, уны йондоҙҙар ҡыҙыулығы тоҡандыра. Яңы шағир тыуа. Был — мәңгелектең рухи эстафетаһы.
Ул көндө Рәмзилә Хисаметдинова уҡыған мәктәптә таҡтаташ астыҡ, хәтер кисәһе булды, "Рәмзиләнең ғүмер мәлдәре" тигән китаптың (төҙөүсеһа Әҡлимә Сафина) исем туйы үтте, аҙаҡтан Әүешкүлгә барҙыҡ, доға уҡыныҡ...