Нурмөхәммәт хәҙрәт мине ихлас ҡаршыланы, әммә күрешкәндән һуң шундуҡ йөҙө сирылды. Йомошомдо тиҙ генә үтәне лә, назаратта хеҙмәт итеүсе өс кешене саҡырып индереп, тиҙ генә ҡағыҙға ғәрәп телендә ниҙер яҙып, уларҙың шаһитлығында мине ҡиблаға ҡаратып баҫтырып ҡуйып, башыма теүәтәй кейҙереп, үҙе артынан ошо һүҙҙәрҙе ҡабатларға ҡушты: "Мин Ғүмәр улы Әхмәр Аллаһы Тәғәлә алдында тәмәкене...", ошо ергә еткәс минән: "Нишләргә?" — тип һораны. Мин "Ташларға", тинем, шунан ул тағы ла: "Ташларға нимә эшләйһең?" — тип һораны. "Ант итәм", тинем инде. Барыбыҙ ҙа ҡағыҙға ҡул ҡуйҙыҡ. Тик шул саҡта ғына хәҙрәттең ни өсөн йөҙө сирылғанын һәм үҙемә ниндәй яуаплылыҡ алыуымды аңланым. Ташлауы еңел булмағас, бер аҙ мөҙҙәт бирҙе. 24 октябрь көнө сәғәт 11-ҙә шылтыратасағы, бик тә бик ташлай алмаһам, тағы ла бер аҙ мөҙҙәт биреү мөмкинлеге хаҡында ла иҫкәртте. Ант миңә шул тиклем тәьҫир итте, 2 аҙна үтеүгә ташлай алдым. 2 октябрҙә хәҙрәт шылтыратып мине ҡотлап: "Атайыңдан һөйөнсө ал, һуңынан Ғүмәр ағайҙан үҙем һорашам", тине. Атайыма шылтыраттым. Ул минең тартҡанымды белмәй ине. Шуға күрә иң тәүҙә тартҡаным өсөн әрләне, шунан ташлағаным өсөн маҡтаны. Шулай булды "тәмәке-сабакы"нан ваз кисеүем.