Ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, Башҡортостан Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Ғарифулла Япаровтың "Инйәрҙәге Париж" тигән романы тап шул йылдар, халҡыбыҙҙың яңы тарихи шарттарға яраҡлашыуы хаҡында. 28 майҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яҙыусының "Инйәрҙәге Париж" романының урыҫ телендә сыҡҡан китабының исем туйы үтте.
"Эшләп булмаҫтай эштәр булмай, эшләй алмаған кешеләр генә була", тиҙәр. Әммә был һүҙҙәр Ғарифулла Япаров тураһында түгел. Һуңғы йылдарҙағы уның йәмәғәтселек, ижад өлкәһендәге эшмәкәрлеге тап шул турала һөйләй. Талантлы кеше һәм өлкәлә лә маһир. Журналыбыҙҙы таратыуҙа фиҙаҡәрлек күрһәткән дуҫыбыҙға беҙ "Ағиҙел"дең иң яҡшы дуҫы" тигән диплом тапшырҙыҡ.