Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 216-СЫ КҮҘӘТЕҮЕМ: “Сикһеҙ ихлас булды...”

18 майҙа күренекле яҙыусы, дәүләт эшмәкәре Динис Мөҙәрис улы Бүләковтың тыуыуына 75 йыл тулды. Ошо айҡанлы яҙыусының тыуған яғында, Мәләүез районының Арыҫлан, Смаҡ ауылдарында, яҙыусы исемен йөрөткән урта мәктәптә, Өфөнөң Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала хәтер һәм ҡәҙер кисәләре, "Зәңгәр офоҡтар" тигән китабының исем туйы үтте. Яҙыусының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ ҡына эштәр башҡарылған, мәктәп алдына бюсы ҡуйылған, ҡала-ауылдарҙа уның исемендәге урамдар, яҙыусы исемендәге конкурстар үтеп тора. Шуныһы һөйөнөслө: йыл һайын, сирек быуат буйы, Динис Бүләков көндәре шығырым тулы залдар, урамдар тулы аншлаг менән үтә. Халыҡтың яҙыусыға ҡарата сикһеҙ һөйөүенең сере нимәлә? Быйыл үткән сараларға сығыш яһағанда мин ошо һорауға ла яуап эҙләнем:

– Яҙыусы вафатынан һуң йыл һайын хәтер һәм ҡәҙер кисәләре шығырым тулы залдарҙа, урамдарҙа үтә икән, был хәл халыҡтың йөрәгендә уға ҡарата сикһеҙ һөйөү йәшәгәнлеге хаҡында һөйләй. Сикһеҙ ихлас кеше ине Динис ағай, ә ундай кешенең ҡәлебендә Хоҙай була. Тимәк беҙ бында яҙыусының Хоҙайға инаныуына бәйле ихласлығы ярҙамында йыйылғанбыҙ. Динис ағай янына бер-береһенә ҡарата насар мөнәсәбәттә булған ике кеше килә алманы, килһәләр, янынан дуҫ булып, бер-береһенә ҡарата үпкәләрен онотошоп, китерҙәр ине. Тормош ғәли йәнәптәре менән ул һәр ваҡыт "һин" тип һөйләште, күп осраҡта светофорҙың йәшел күҙе янғанын да көтөп торманы. Ай күрҙе, ҡояш алды уның ғүмерен, уның ҡарауы, беҙгә зәңгәр офоҡтар ҡалдырып китте...
Читайте нас: