Сәбәбе билдәле: ҡыштарын ерҙең туңмауы, климат шарттарының йылына барыуы. Беҙҙең яҡта ер туңы йәй уртаһына тиклем ятып, ямғыр һыуын ергә һеңдермәй һаҡлаһа, ямғыр яумағанда парға әйләнеп, ерҙе һуғара. Һуңғы ваҡытта йылғаларҙың да ҡапыл һайығайыуы ерҙең туңмауына бәйле. Барлыҡ һыуҙар ер аҫты юлдары буйлап диңгеҙҙәргә, океандарға китеп тик тора. Өсөнсөнән, эсергә яраҡлы сөсө һыуҙарҙың да йылдан-йыл кәмеүе климаттың йылыныуына бәйле. Ер шары халҡы тап боҙлоҡтар ярҙамында (конденсат) эсәр һыу менән тәьмин ителгәнен яҡшы беләбеҙ.
Тарихи фактор. Йәдкәр Бәширов үҙенең “Бөйөк Башҡорт иле” тигән хеҙмәтендә беҙҙең эраға тиклем халҡыбыҙҙың боронғо ата-бабалаларының ике тапҡыр Уралда быуатлыҡ ҡаты ҡоролоҡ башланғас, тәүгеһендә – Себер, икенсеһендә Иран яҡтарына барып йәшәп, йөҙ йылдан һуң кире Уралға әйләнеп ҡайтыуы хаҡында тарихи мәғлүмәттәр килтерә.