Дөрөҫөрәге, ике һорауымды бирҙем. Уларҙың тәүгеһе Миләүшә ҡуйған “Зөлхизә” бейеүенә бәйле булһа, икенсеһе шулайыраҡ яңғыраны: “Йөрәгеңдең ҡурайсыһы кем, тормошта кемдең ҡурайына бейейһең?” Миләүшә 2-се һорауыма шулайыраҡ яуап бирҙе: “Сәхнәлә төрлө ҡурайсыларға бейергә тура килде. Һәр ҡурайсы үҙенсә уйнай. Йөрәгемдең ҡурайсыһына килгәндә, уны әлегә осратманым...”
Миләүшә Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән, сәнғәткә юлды район сәнғәт мәктәбендә, Баймаҡтың данлыҡлы “Ирәндек” бейеү ансамблендә башлаған. Яҡташыбыҙ ансамбль менән барлыҡ донъяны тиерлек урап сыҡҡан, данлыҡлы коллективтың башлап бейеүсеһе булып йөрөһә лә, Европала, Америкала һ.б. илдәрҙә төрлө кимәлдәге “Мисс” титулдарын яулаһа ла, үҙебеҙҙең республикала тарафынан бер ниндәй ҙә маҡтаулы исем бирелмәгән. Хәйер, исемдәме ни эш, хикмәт бит есемдә. Кисәлә Миләүшәнең ата-әсәһе, туғандары менән дә танышыу бәхете йылмайҙы. Төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙан (фотола) торған үҙенең бейеүселәр төркөмө лә сығыш яһаны.
Афарин, яҡташым Миләүшә! Һин барлыҡ донъяла Рәсәйҙе, Башҡортостанды ғына түгел, туған Баймағыбыҙҙы ла данға күмеп йөрөйһөң. Аҡтан-аҡ юлдар һиңә, алдарыңа йәшел келәмдәр түшәлһен, аяҡ-ҡулдарың һыҙлауһыҙ булһын!