“Арабыҙҙа юҡ дуҫтарҙы юҡһыныу. Хәҙер йышыраҡ болоҡһота. “Рәми шишмәһе” тигән шиғырҙы, “Динистең сәңгелдәге”н һаман да яҙа алмайым. Баҡсалағы күршем Булат Рафиҡов тураһында ла шиғыр күңелдә йөрөй. Утты һүндермәй һаҡлау тураһында. Төнө буйы эшләп ултырған Булаттың уты һүнгән саҡта төндә (таңға табан) тороп эшкә тотонорға йөрөгәнемдә минең утым тоҡана торғайны. Минеке һүнгәндә кемдеке тоҡаныр?”