Ауыл янындағы Тәкәл тауы башына Ҡурайға һәйкәл ултыртты. Бындай һәйкәлдәр хәҙерге ваҡытта бихисап. Юныс Иштановтың һәйкәле иһә иҫкән ел ыңғайына әйләнеп ултырып, алыҫтан ҡарағанда Уралтау түбәһен бар тулылығында йәмләп ултырған ҡырлы ҡурайҙы хасил итәсәк. Һәйкәл авторы был ижад емешен Башҡортостандың 100 йыллығына, Муса Мортазин ғәскәре сафында автономия яулауҙа ҡатнашҡан атаһы Рәхимйән Иштанов, ҡайныһы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғәлимйән Исҡужин һ.б. ата-олаталарына, изге яуҙарҙа ҡорбан булған ауылдаштары рухына бағышлай.