Һеҙгә хат яҙыусы Фәлән Фәләнов тип белерһегеҙ. Мин һеҙҙең халыҡ дошмандарын фашлау буйынса алып барған эшмәкәрлегегеҙҙе тулыһынса хуплайым. Троцкистар, бухаринсылар юҡ ителергә тейешле. Ә бына беҙҙең редакциялағы хәлдәргә килгәндә,”
Хат һәр ваҡыт ошо урында өтөр менән өҙөлөп ҡалыр булған. Аңлашыла, был хеҙмәткәр эш урынында булмағаны өсөн бер ваҡытта ла шелтә түгел, хатта иҫкәртеү ҙә алмаған. Киреһенсә, уға һәр ваҡыт премия яҙып торғандар. Ни өсөн икәне аңлашылалыр шай...