Вафатынан бер нисә көн алда, ныҡлап ауырып, хәтере тарҡала башлағас, ул миңә шылтыратып: “Рәшит Солтангәрәй шунда күренмәйме?”– тип һорағайны. Донъялыҡта бер һүҙ ҙә юҡҡа әйтелмәй, тиҙәр. Күрәһең, әруахтар иленә әҙерләнеүе шул булғандыр. Шиғырымды Рауил Бикбаевтың рухына бағышлайым.
Иркәләтмәй быйылғы яҙ,
Һыуығы ала өтөп.
Ахырыһы ҡыш ашыҡмай,
Кемделер ала көтөп.
Ахырыһы ер һалҡыны
Кемделер көтөп торған.
Йәмле йәйҙәр етһен өсөн
Кешенән һорай ҡорбан.
Ахырыһы ергә кәрәк
Ҡайнар йөрәкле шағир.
Ул тейештер йылытырға
Йәненән усаҡ яғып.
...Быйылғы яҙ шағир йәне
Күктәр менән тоташты.
Ахырыһы ер алданды
Уптым, тиеп ҡояшты.