- Ырымбурға барғансы күҙем төшөп, һоҡланып шиғыр яҙып йөрөгән ҡыҙҙар, яҡшы күрә башлағас, әбей булып сыҡты. Күҙем тағы ла хөртәйә башлағас, Магнитҡа барҙым. Унда иң тәүҙә үҙемдең "Хәбибович" икәнлегемде белдем. Барыһы ла миңә "Акрам Хабибович" тип өндәшә. Үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр. Баҡтиһәң, түләүле клиникала шундай изге йола бар икән. Танау күтәрелеп китте, малай. Әммә тиҙ төштө. Ни өсөн тигәндә күҙҙәремә "ямпортный" линза ҡуйыусы һылыуҙың тыҡ-тыҡ килгән осло тағалы туфлийы тип белгәнем, күҙем асылғас, ҡулында таянып йөрөгән таяҡ, үҙе әбей булып сыҡты. Иң ҡот осҡосо ҡайтҡас булды. Ул ультрафиолет тигән "ямпортный" линза синтетик кейемдә йөрөүселәрҙе яланғас итеп күрһәтә. Урамға сығырлыҡ түгел. Әмәлен дә таптым: ҡара күҙлек кейһәң, ундайҙар кире "кейенә" икән.