Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 206-сы күҙәтеүем: "Мәңгелектән сәләм"

Ҡытайҙа уҡыусы йәш милләттәштәребеҙ алып ҡайтты беҙгә ул сәләмде. Видеола ҡыҙҙарға ҡушылып бейеүсе ирҙең баҡый донъялағы ҡатыны ошо йыр һәм бейеү аша үҙенең һағынышлы сәләмдәрен ебәрә...

Видеояҙманы ҡарағанда иң тетрәндергәне шул: ир ҡатынының йыр һәм бейеү аша сәләмдәрен бөтә тулылығында аңлар һәм хәрәкәттәргә һалынған һүҙҙәрҙе төшөнөр өсөн үҙе лә ҡушылып бейей. Ҡатыны иһә үҙенең ожмахта икәнлеген аңлатырға теләй, иренә борсолмаҫҡа ҡуша — бейеүҙәге шатлыҡтан тыуған елпенеү шуға ишара. Бейеү сәнғәтенең илаһилығы ла сағыла был яҙмала. Юҡҡа ғына Ғәбит, Хәмит сәсәндәр Мөхәмәтша Буранғоловҡа "Урал батыр" ҡобайырын бәйән иткәндә эпостың айырым өлөштәрен экстазға инеп, төрлө хәрәкәттәр менән бейеп тә күрһәтмәгән. Йырҙың һүҙҙәре яҡынса ошолайыраҡ:
Йөрәгемдә яҡтылыҡ бар,
Күҙҙәремдә яңғыҙлыҡ,
Арабыҙҙа диңгеҙ-даръя,
Әммә һине танырлыҡ.
Фанилыҡта һин тәүгеһе
Һәм һуңғыһы түгелһең.
Һөйәм һине, үҙең өсөн
Йәшәргә лә өлгөр һин.
Тоғро булыу хата түгел,
Беҙ шуға ла сауаплы.
Аңла шуны: барыһына
Мин бит тәүҙә яуаплы.
Күңелемдән һис кем һине
Сығаралмаҫ әрләп тә.
Осрашасаҡ урыныбыҙ
Мотлаҡ булыр йәннәттә.
Читайте нас: