Ауыл зыяраттарына яҡындағы ҡалаларҙа мәрхүм булыусыларҙы төндәрен алып килеп ерләй башлағандар икән. Һөйләүҙәренсә, таң атҡансы зыяраттарҙа яңы ҡәберҙәр барлыҡҡа килә. Муллалар ҙа, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә бер нәмә лә белмәй ҡала. Хәлбүки, аңлашыла: хәҙер ҡала зыяраттарында урын мәсьәләһе бик киҫкен тора, өҫтәүенә, ерләү хеҙмәттәре йыназа үткәреүҙе тулыһынса үҙ өҫтөнә алып, бик ҙур сумма һорай. Әйтеүҙәренсә, осон-осҡа ялғап йәшәүселәр бының өсөн хатта кредит алырға мәжбүр. Шулай, йәмәғәт, зыяраттарыбыҙға ла "һөжүмдәр" башланып тора. Абай булайыҡ! Мәрхүм булғандан һуң һәр кемдең дә ер ҡуйынында ятырға хоҡуғы бар барлыҡҡа, әммә ауыл зыяраттары ҡаланыҡылар менән тулһа, артабан ни булыр?