Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 204-се күҙәтеүем: "Сиғандарҙың 25 йыл элек үк "Юлдаш" егеттәрен арбағаны..."

Ни, атаһы,булмағанды, тиер берәү. Ысын. Ышанмаһағыҙ, бөгөнгө иртәнге радиоэфирҙағы үтәҡыҙыҡлы хәл тураһында һөйләп үтәм...

"Халыҡ-ара сиғандар көнө" уңайынан әңгәмә ойошторолдо эфирҙа. Мин ауылдашым, мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләк менән студент саҡта булған хәл тураһында ватсапҡа яҙҙым. Рәйес Үҙәк баҙарға инеп барғанда бер сиған ҡатыны уны туҡтатҡан да, яҙмышын юрарға тәҡдим иткән. Баш тартҡас, ҡатын һаман ныҡышҡан. Рәйес уның күҙҙәренә тура ҡарап ҡырт киҫкән. Ҡатын шул саҡ уның һөйгән ҡыҙының исемен атап, шаҡ ҡатырған. Дуҫыбыҙ бер-ике секундҡа юғалып ҡалған. Һуңынан баҙарҙан сыҡҡас, ҡараһа, түш кеҫәһендәге студент билеты араһында ятҡан 5 һум аҡсаһы тю-тю!
Һуңынан был хәлде оҙаҡ ваҡыт тикшереп, шундай һығымтаға килдек: Рәйестең хатаһы — сиғандың күҙенә тура ҡарауы. Ҡатын уны арбаған һәм кәләшенең исемен үҙенән әйттереп, шуның менән һеңгеҙәтеп, кеҫәһенә төшкән...
...Хәҙер инде ул сиған ҡатынының 25 йыл элек нисек итеп "Юлдаш" радиоһы егеттәрен арбауы тураһында. Егеттәр ватсаптағы ошо хаҡтағы яҙманы уҡығанда хатты кем ебәреүе тураһында әйтергә бөтөнләй онотто. Бына һиңә сиғандар! Ул ҡатын оло йәштә ине, бәлки, донъяла ла юҡтыр, Рәйес тә мәрхүм булды. Ә арбауы һаман тәьҫир итә...


Читайте нас: