Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 203-сө күҙәтеүем: "Өфө уртаһындағы йәйләү..."

Өфө уртаһында йәйләү күргәнегеҙ бармы? Ә беҙ: "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев менән унда ҡунаҡта булдыҡ. Ҡайҙа, кемдә тиһегеҙме?

Күренекле дәүләт эшмәкәре, яҙыусы, тәржемәсе, рәссам, скульптор Рафаэль Нариман улы Зиннуровтың оҫтаханаһы ул. Унда барып инеү менән үҙеңде иркен йәйләүҙә итеп хис итәһең. "Талантлы кеше һәр өлкәлә лә талантлы" тиҙәр. Беҙ был һүҙҙәрҙең хаҡлы икәнлеген оҫтахананың һәр йыһазын, бөйөк шәхестәрҙең бюстарына, батырҙар һындарына, оҫтахананың биҙәлешендәге һәр зауыҡҡа ҡарап һоҡланғандан һуң, йәйләү хужаһының үҙебеҙсә башҡортса бешергән бишбармаҡты ашағандан һуң, хуш еҫле сәйен тәмләгәндән һуң тағы бер ҡат инандыҡ. Дуҫыбыҙ, коллегабыҙ беҙгә тағы ла бер нисә сифаты менән асылды: иҫ киткес мул ҡуллы, тәмле һыйлы ҡунаҡсыл ул! Рафаэль Зиннуров менән әңгәмәне журналыбыҙҙың алдағы һандарының береһендә уҡырһығыҙ...






Читайте нас: