Рәшит әт-дин яҙмалары буйынса, Темуджиндың (Сыңғыҙхан) кәләше Бүртәне меркеттәр урлай. Яратҡан ҡатынын ҡайтарыу маҡсатында буласаҡ бөйөк хан тарҡау хәлендәге бер нисә ырыуҙы туплап, меркеттәргә һөжүм итә һәм Бүртәне кире яулап ала. Бүртә ауырлы була, йәйләүҙәренә ҡайтҡан юлда малайҙары тыуа, юлда тыуғанға күрә уға Юлсы (Джучи) тип исем ҡушалар. Тарихсылар уның атаһы меркет булыуы хаҡында ла яҙа, йәғни Сыңғыҙхандың тәхет вариҫы төрки сығышлы. Хандың башҡа улдары Сығатай, Үгәҙәй, Толой тап шул сәбәпле Джучиға ҡаршы төшөп, Алтын Урҙа дүрт өлөшкә бүленә.
"Ҡыҙ урлау"ға килгәндә, тап ошо йоланың тотош дәүләт, империя барлыҡҡа килеүҙә мөһим сәбәптәренең береһе икәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Сөнки кәләшен ҡайтарыу өсөн бер нисә ырыуҙы (бигерәк тә караиттарҙы) берләштергән Темуджин, ғөмүмән, берләшеүҙең, бер йоҙроҡҡа, бер ҡулға ("монгол" "мең ҡул"дан алынған) тупланыуҙың ниндәй дәһшәтле көскә әүерелгәненә шаһит була...