"Атҡа атланды" тиеүем шунан, улар бер үк көндә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. "Был тағы маҡтана, баймаҡлана", тип әйтерһегеҙ инде. Һуң, шулай булғас, ҡайһылайтайым инде: уларға бит был исемде мин бирмәнем. Халыҡ бирҙе, Башҡортостан Республикаһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров үҙе тапшырҙы.
Быға тиклем дә ошо ауылдаштарым төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәрҙә маҡтаулы исемдәр алып ҡыуандырып килгәйне. Улар ғынамы, һанай китһәң аяҡ-ҡулдарҙағы бармаҡтар етмәйәсәк: Әхиәт, Ғаяз Ғәйетбаевтар, Фәттәх, Иҙел, Фәннүр, Хәбир, Нәргизә Аралбаевтар, Мостафа, Рәмил Ҡотосовтар, Зәйнулла, Хәбир Раевтар, Марсель, Нух, Фәрүәз, Вилдан, Илъяс Ҡотоевтар, Йәмил Үтәбаев, Юнир Һағынбаев, Хәбир Буранбаев, Иршат, Азат Ҡарасуриндар, Ирғәле, Нурғәле Байрамғоловтар, Айтуған Усманов, Фәйрүзә Абыҙгилдина һ.б. һ.б.
Нисек ҡыуанмайһың да, нисек маҡтанмайһың инде!