Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. Мең дә бер күҙәтеүем. 199-сы күҙәтеүем: "Төшөрмәйек "тату", йәшәйек татыу!"

"Юлдаш" радиоһы егеттәре ҡыҙыҡлы һөйләшеү темаһын табып ҡына торалар. Был юлы тату тураһында һүҙ алып барҙылар...

Борон эҫе яҡтарҙа көн итеүсе ҡәбиләләр араһында һуғыштар барғанда теге йәки был яҡтыҡылар үҙенекен яңылыш үлтереп ҡуймаҫ өсөн яугирҙарҙы тәнгә төшөрөлгән тамғаға ҡарап айырғандар. Тамға-билдәләрҙе тәүҙә төрлө төҫтәге буяуҙар менән тәнгә төшөргәндәр, һуңынан хәҙерге беҙ белгән татуировкалар барлыҡҡа килгән. Регулярь ғәскәрҙәр ойошҡандан һуң теге йәки был ҡәүем яугирын айырыр өсөн яһалған "тән һынлы сәнғәте" нигеҙендә хәрби дәрәжә, звание билдәләре барлыҡҡа килгәндер тип уйланыла.
Хәҙерге "тату геройҙары"на килгәндә инде, улар күрәһең, үҙҙәре лә белмәйенсә, ен-пәрейҙәргә, миңә теймәгеҙ, мин һеҙҙеке, тип боронғо яугирҙар һымаҡ сигнал бирәлер, кем белә?
Фото: Пикабу
Читайте нас: