"Әгәр ҙә олуғ шәйехтең миңә иғтибары һәм дәртләндереүе булмаһа, мин, ихтимал, күптәр кеүек ун биш йәшемдән бай сауҙагәрҙәрҙә ҡәҙимге приказчик булып китер инем”, – тип яҙа Зәйнулла ишан хаҡында Әхмәтзәки Вәлиди. Күп кенә сәйәсмәндәр тарафынан "Рәсәй федерализмының атаһы" тип танылған Әхмәтзәки Вәлиди олуғ ишан хаҡында шундай һүҙҙәрҙе әйткәс, Зәйнулла ишанды кем тип әйтергә ҡала инде беҙгә?
Ай, зайн Аллаһ, Зәйнулла!
Вай, зайн Аллаһ, Зәйнулла!
Ай, зайн Аллаһ, Зәйнулла!
Вай, зайн Аллаһ, Зәйнулла!