Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай. 197-се күҙәтеүем: "Сәждәгә китеүгә үҙенсәлекле аңлатма..."

Фитотерапевт Михаил Гордеев кеше ниндәй генә ауырыуға дусар булмаһын, иң беренсе нәүбәттә баш мейеһенең ҡан әйләнешен яйға һалыуҙы тәҡдим итә. Мәсьәләгә яҡыныраҡ киләйек...

"...баш мейеһенең ҡан әйләнешен яҡшыртҡан үләндәр эсергә кәрәк. Был осраҡта етерлек кимәлдә ҡан менән тәьмин ителгән баш мейеһе организмдың башҡа өлөштәре эшмәкәрлеген үҙе ойоштора башлай. Әгәр ҙә тәнебеҙҙең бер ере ауыртһа, мәғлүмәт баш мейеһенә килә, Мейе был мәғлүмәтте эшкәртә һәм арҡа мейеһенә "күрһәтмә" бирә. Арҡа мейеһе нервы күҙәнәктәре аша эш итә. Ә баш мейеһенең ҡан әйләнешен яйға һалыр өсөн Гордеев түбәндәге үләндәрҙе тәҡдим итә: Погремок большой – Ҙур шалтырауыҡ – һары сәскәле туғай үләне. Посконник – бикәбаш. Очанка лекарственная – күҙ үләне, полевой сорняк. Дербенник иволистный, плакун-трава – илағут, ҡыҙыл сәскәле һыу буйы үләне. Желтушник левкойный – еҫле тиле торма (ҡаҡы һымаҡ һары сәскәле сүп үләне).
Мине иң ныҡ ғәжәпләндергәне шул булды: Михаил Викторович ошо дәлилдәре менән намаҙ уҡыуҙың да әһәмиәтен үҙенсә асып биргән бит. Намаҙ ваҡытында сәждәгә китеү баш мейеһе ҡан әйләнешен яйға һалыуын, шуның һөҙөмтәһендә кешеләр күп кенә сирҙәренән ҡотолоуын ғалимдар әллә ҡасан иҫбат итте.